Тыл хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәтен яҡлайыҡ!

Тыл хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәтен яҡлайыҡ! https://bash.news/yuldash/3733_tyl-hezmetsenderenen-menfeheten-yaklajyk
19 ноя, 20:12

Рәсәйҙә 11 миллон ярым самаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнә. Уларҙың бер миллиондан ашыуы һуғышта булған. Тимәк, хәҙерге ветерандарҙың күбеһен һуғыш йылы балалары. Шуға ла уларҙы тыл хеҙмәтсәндәре тип атарға кәрәктер.
 
Тапшырыуҙа "Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы” предприятиеһы музейы етәксеһе Зәки Ҡадиҡов, Республика Хәрби Дан музейы белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған журналист Фәрит Вахитов ҡатнаша.
 
                              Тапшырыуҙы Бәйтулла Фәтҡуллин алып бара.
 
Зәки Ҡадиҡов: "Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы” предприятиеһында музей ойоштороу эше уның элекке директоры Илдар Тимерғәлин етәкселегендә башланып китте. Һуғыш йылдарында МТС-та эшләүселәрҙең 70 проценты ҡатын-ҡыҙҙар булған,  ә ҡалған өлөшө бронь менән ҡалған ир-егет механизаторҙарыбыҙ. Барыһы ла яугирҙәрҙе  аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн үҙен аямай хеҙмәт итте. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ошо музейҙы ойошторорға булдыҡ. 47 райондың стенды эшләнеп бөттө.
Тыл хеҙмәтсәндәренә әлегәсә бер районда ла һәйкәл ҡуйылғаны юҡ ине, ауырғазыларға “Афарин” тиергә ҡала.  Беҙ үҙебеҙ ҙә һуғыш осоро балалары, барлыҡ ауырлыҡты күреп үҫтек".
 
Фәрит  Вахитов: ”Беҙҙең музейҙа һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. Беренсе ҡат тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған, икенсе ҡаттағы экспозициялар фронтта күрһәткән батырлыҡтарға арнала. Музейыбыҙ 2000 йылда асылды. 
Ысынлап та, әлегә тиклем тыл батырҙарын һүрәтләгән һәйкәлдәребеҙ булманы. Тыл хеҙмәтсәндәре һуғыш йылдарында ысын-ысындан  батырлыҡ ҡылды. Халыҡтан аҡса алып ҡына, атҡара торған эш түгел. Был эштә Хөкүмәт алдан йөрөргә тейеш.Үҙәк ауылдарҙа обелискҡуйылып, һуғыш һәм тыл хеҙмәте ветерандарының һәр береһенең исеме унда теркәлергә тейеш. Әлбиттә, бөгөн мәктәптә патриотик тәрбиә етешмәй.  “Илһөйәрлек” төшөнсәһенә иғтибарлы булһындар ине. Илебеҙгә киләсәктә лә именлек теләйем".
 
 

Банер уфимская волна