Һалым түләүҙә яңы үҙгәрештәр көтөлә

Һалым түләүҙә яңы үҙгәрештәр көтөлә https://bash.news/yuldash/3734_halym-tuleuze-yany-uzgereshter-ketele
20 ноя, 15:05

Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан тапшырыуҙа һалым түләүгә бәйле үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар тураһында һөйләшмәксебеҙ.
 
Программала Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эре һалым түләүселәр район–ара һалым инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Айгөл Сабирова ҡатнаша.
 
Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара.
 
 
Айгөл Сабирова: ”Булған бурыстарҙың күләмен асыҡлар өсөн интернеттағы “Физик шәхестәрҙең һалым түләү шәхси кабинеты” исемле сервисты файҙаланырға була. Ул һалым хеҙмәтенең  www.nalog.ru сайтында урынлашҡан. 
2015-се  йылдың 1-се ғинуарынан күп закондар үҙгәрәсәк. Мәҫәлән, транспорт һалымы. Был һалымдың күләме траспорттың ҡеүәтенә, ҡулланылған ваҡытына һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡабул иткән норматив-хоҡуҡи акттары ставкаларына бәйле. Күсемһеҙ милек һалымында ла үҙгәрештәр бар. Элегерәк физик шәхестәргә милек һалымы инвентарь хаҡынан сығып билдәләнде. Яңы милек һалымы уның кадастр хаҡынан сығып билдәләнә.  
Шулай уҡ беҙҙең "Ҡыҙыу линия" эшләй. Һорауҙарығыҙ буйынса 229-73-03 телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бөгөн һалым хеҙмәте башҡарма властың мөһим өлөшө булып тора. Ул Ватаныбыҙҙың финанс һәм иҡтисади тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә яуаплы эш башҡара. Шуға ла һалымдарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ. Ә бюджетҡа ингән был аҡсалар ватандаштарыбыҙҙың эш хаҡын түләүгә, юлдар төҙөүгә, илебеҙҙең иҡтисадын ҡеүәтле итеүгә йүнәлтелә".
 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд