“Башҡортостан” гәзите, 30 декабрь, 1937 йыл; “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 29 декабрь 1938 йыл;

“Башҡортостан” гәзите, 30 декабрь, 1937 йыл; “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 29 декабрь 1938 йыл; https://bash.news/yuldash/37859_bashkortostan-gezite-30-dekabr-1937-jyl-kyzyl-bashkortostan-29-dekabr-1938-jyl

      

                             Совет Социалистик Республикалар Союзының  15 йыллығы.

  Советтар Союзында йәшәүсе  халыҡтар ленинсел-сталинсел милли политиканың  дөрөҫлөгөнә үҙ күҙҙәре менән күреп ышандылар.  Улар берҙәм татыу семья  булып йәшәйҙәр. Халыҡтар араһында элек булған  үҙ-ара ышанмаусылыҡ  һәм бер-береһенә ҡырын ҡараусылыҡ юҡ инде.   Социалистик державаның  крепостен бер ниндәй  дошмандар ҙа емерә алмаҫтар.   Бөтә  донъялағы капиталистар,  фашистик агрессорҙар  һәм уларҙың республикаларҙағы лакейҙәре һәм агенттары  булған буржуаз  милләтселәр бына шуға күрә ҡотороноп ҡарайҙар ҙа.

......

                                                           Күпер ватыҡ.

    Илеш районы, Манчар һәм Абдулла ауылдары араһындағы күпер ватыҡ ята.  Ауыл Советы ла, район юл төҙөлөшө бүлеге лә бының менән ҡыҙыҡһынмайҙар.  Күпер булмау арҡаһында колхозсылар ситтән урап  йөрөргә мәжбүр булалар.  Был күпер ҡасан әҙер булыр икән?                                   М.Сафин.

(“Башҡортостан” гәзите, 30 декабрь, 1937 йыл.

Яуаплы редакторыҠасим Аҙнаабев).

………………

           Һөт һатып  автомашина алдылар.

  Дәүләкән районы “Яңы юл” колхозы хөкүмәткә 531 сентнер һөт тапшырырға тейеш ине, уны ваҡытынан алда үтәне.  Унан тыш кооперация арҡылы дәүләткә 265 сентнер һөт һатып,  шуның  145 сентнере аҡсаһына колхозға йөк авиомашинаһы алды                                                                          Ғәниев.

                Әҙәби белдереү.

  30-сы декабрь кис сәғәт 7-лә Башҡортостан Яҙыусылар союзының оргкомитете бинаһында балалар әҙәбиәте сексияһының  ултырышы була.  Ултырышта  Х.Рәшит иптәштең  “Лагерҙа” исемле пьесаһы һәм шиғырҙар уҡыласаҡ.  Ә.Вәли, Ҡ.Даян, Й.Гәрәй, Х(әниф).Кәрим, М.Кәрим, Ә.Ихсан, Ғ.Әмир, Рәшит,  Мустафина(ВЛКСМ Өлкә Комитете), Ғ.Ибраһим, К.Хәбиб, Ә.Закиров, Шамуҡов, М.Шабай,  Рәмиева, Енекеева, Ғ.Ғөмәр, З.Ҡотип, Я.Ҡолмой иптәштәр килергә тейештәр.

 Сексия ултырышына пионер работниктәренең, педагогтарҙың һәм  әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусы иптәштәрҙең  килеүҙәре һорала.                                           Яҙыусылар союзының оргкомитете.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 29 декабрь 1938 йыл.

Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев).

Отметим День студента вместе!