Тимерйән Рәжәпов: "Армияла хеҙмәт иткән һәр егет - герой"

Тимерйән Рәжәпов: "Армияла хеҙмәт иткән һәр егет - герой" https://bash.news/yuldash/3813_timerjen-rezhepov-armiyala-hezmet-itken-her-eget-geroj
08 дек, 19:36

"Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.    
 
Тимерйән Рәжәпов: "Был байрамды оло ихтирам менән ҡабул итәм. Беҙҙең геройҙарыбыҙға хөрмәт, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиләү үрнәктәре бик мөһим. Иртәгә Һамар ҡалаһында йыйыласаҡ геройҙар араһында, беҙҙең 29-сы отрядтан, Башҡортостандан да делегат ҡатнашасаҡ. 112-се  Башҡорт атлылар дивизияһынан 78 герой сыҡҡан, был ғорурланырлыҡ һан. Хәҙерге ваҡытта бер йыллыҡ хеҙмәттән ҡасып ҡалыусылар ҙа табыла. Ҡайҙа һуң беҙҙә "илһөйәрлек?" Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡашыларға йыйынған Рәсәй – бар донъяның хужаһы, тиер инем. Хәрби хеҙмәттә лә, тыныс тормошта ла батырлыҡҡа һәр саҡ урын бар. Афғанстанда беҙҙең Башҡортостандан 9 мең ярым һалдат хеҙмәт итте. Уларҙың 341 ошо ҡанҡойошта һәләк булды, алтыһы хәбәрһеҙ юғалды. Был һалдаттарҙың һәр береһен "ысын герой" тип атар инем".
 

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд