Б.Бикбай. "Аҡсәскә". Башы

Б.Бикбай. "Аҡсәскә". Башы https://bash.news/yuldash/38174_b-bikbaj-akseske-bashy
21 ғин 2019, 09:03

Танылған яҙыусы Баязит Бикбайға – 110 йыл.  Ул шиғриәттә лә, прозала ла, драматургияла ла эшләне. «Ер» поэмаһы, «Ҡарлуғас», «Салауат», «Ҡаһым түрә» драмалары, «Аҡселән ташҡанда»романы халыҡҡа яҡшы таныш. Әҙип башҡорт сәхнәһен Заһир Исмәғилев менән берлектә «Ҡоҙаса» кеүек музыкаль комедия, либреттолар менән дә байытты һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

          Иғтибарығыҙға Баязит Бикбайҙың  «Аҡсәскә» повесы буйынса әҙерләнгән радиоспектакль  тәҡдим итәбеҙ. 1968 йылғы яҙма.  Ролдәрҙе М.Ғафури ис.Башҡорт дәүләт академия драма теарҙары артистары башҡара:

Әхмүш – Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев

Мәймүнә һәм Нәғимә ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Камалетдинова

Колония директоры һәм врач Дмитрий Иванович ролендә – Рәсәйҙең халыҡ артисы Шамиль Рәхмәтуллин

Ғилман Низамович – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфҡәт Фәйзи

Баҡый – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов

Рауил – Ғайса Хәсәнов

Минземимущество
Банер уфимская волна