Б.Бикбай. "Аҡсәскә". Аҙағы

Б.Бикбай. "Аҡсәскә". Аҙағы https://bash.news/yuldash/38176_b-bikbaj-akseske-azahy
21 ғин 2019, 09:08

Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Баязит Бикбайҙың тыуыуына – 110 йыл.  Ул нәфис ижадҡа 1928 йылда килде һәм әҙәбиәттең  проза, поэзия,  драматургия кеүек өс төрөндә лә берҙәй эшләне. «Гармунсы», «Ер» поэмалары, «Аҡселән ташҡанда», «Тере шишмәләр» кеүек роман-повестары халыҡҡа яҡшы таныш. «Ҡарлуғас», «Салауат», «Ҡаһым түрә» драмалары, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы әле лә сәхнәнән төшмәй.

          Иғтибарығыҙға Баязит Бикбайҙың  «Аҡсәскә» повесы буйынса әҙерләнгән радиоспектакль  тәҡдим итәбеҙ. 1968 йылғы яҙма яңғырай.  Ролдәрҙе М.Ғафури ис.Башҡорт дәүләт академия драма теарҙары артистары башҡара:

Әхмүш – Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев

Мәймүнә һәм Нәғимә ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Камалетдинова

Колония директоры һәм врач Дмитрий Иванович ролендә – Рәсәйҙең халыҡ артисы Шамиль Рәхмәтуллин

Ғилман Низамович – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфҡәт Фәйзи

Баҡый – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов

Рауил – Ғайса Хәсәнов

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна