Күп балалы ғаиләләргә - ер бүлемдәре

Күп балалы ғаиләләргә - ер бүлемдәре https://bash.news/yuldash/3819_kup-balaly-hailelerge-er-bulemdere
09 дек, 20:39

Заманында күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бүлемдәре биреү тураһында  дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде. Бер нисә йыл инде ул тотош илдә лә, Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтә ниндәй? Был нисә ғаиләне йортло, тимәк, бәхетле итте?
 
Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек етәксеһе  Рөстәм Ғиззәтуллин менән журналист Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
Р. Ғиззәтуллин: "Беҙҙең законға ярашлы, йорт төҙөлөшө өсөн  бушлай  ер алыуға  хоҡуҡлы бер нисә категория граждан бар, улар иҫәбендә - күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр.  Ер  бүлемдәре район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан бирелә.  Бөгөн республикала 40,5 мең күп балалы ғаилә теркәлгән, уларҙың  31 меңдән ашыуы ер алыуға ғариза яҙған, 29 мең самаһы иҫәпкә ҡуйылған. 15 801 ер биләмәһе  республика буйынса шундай ғаиләләргә бүленеп бирелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп балалы ғаиләләрҙә лә кире тормош алып барғандар осрай. Йорт төҙөлөшөнә, тип бушлай бирелгән ерҙе һатыу осраҡтары ла бар.  Дәүләт бушлай ер бүлеме биргәндә, ошо әхлаҡи яҡҡа  иғтибар  бирмәй, ә  күп  балалы булыу  шартын ғына күҙәтә. Шуға  күрә, Дәүләт Думаһында ошо мәсьәләгә ҡағылышлы  тәғәйен законға  төҙәтмәләр индереү тәҡдимдәре  булғайны. Һәм  тәүге уҡыуҙа бындай закон ҡаралғайны. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биргәндә, уларҙың мохтажлығы ҡаралырға  тейеш ине, тик ул закон проекты  үтәлмәне.
Бушлай ер алып та, төҙөлөштә ауырлыҡтар сыҡһа,  күп балалы  йәки  инвалид бала тәрбиәләгән  ғаиләләр район хакимиәтенә  һәм  төҙөлөш комитеттарына  мөрәжәғәт итә ала. Ул комитеттар арзан хаҡҡа  бураһы, түшәме  һәм иҙәне  булған йорт комплекттарын етештерә.
Ер биреү мәсьәләһен район һәм ҡала башлыҡтары иғтибар үҙәгендә тоторға тейеш.  Беҙҙең  министрлыҡ  урындарҙан мәғлүмәт  ала, аңлатмалар, консультациялар менән ярҙам итә. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер бүлемдәрен биреү һәр саҡ республика етәкселегенең контролендә тора".
 

Банер уфимская волна