Алыҫ араларҙы яҡынайтып

Алыҫ араларҙы яҡынайтып https://bash.news/yuldash/3825_alyc-aralarzy-yakynajtyp
10 дек, 19:12

Башҡортостанды картала бер япраҡ саҡлы ғына тиһәләр ҙә, милләттәштәребеҙ ер шарының һәр төбәген төйәк итеп алған. Донъяла әмғеһе 2 миллион самаһы башҡорт иҫәпләнә, уларҙың 90 проценты Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә, ә ҡалғандары төрлө илдәрҙә йәшәй. Үзбәкстандағы милләттәштәрбеҙ нимә менән шөғөлләнә, әсә телен һәм мәҙәниәтебеҙҙе нисек һаҡлай?
 
Программала Үзбәкстан башҡорттарының Ташкент ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова, ошо үҙәкте ойоштороусы Әфинә Ғөбәйҙуллина һәм үҙәк ағзаһы, әле Свердловск өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайында эшләүсе Гөлнара Кулабова ҡатнаша.
 
                      Әңгәмәне Вадим Лаврентьев алып бара.
 
Рәлиә Ҡәрипова: "Үзбәкстанда башҡорттар һаны дүрт мең генә түгелдер. Сөнки төрлө мәҙәни саралар уҙғарғанда, ун меңләп тамашасы йыйыла. Тел өйрәнеүгә килгәндә, уның башланғысы - ғаиләлә. Тарихты, мәҙәниәтте, телде өйрәнеү буйынса ҙур эш алып барыла. Өс айға бер төрлө мәҙәни саралар уҙғарабыҙ. Балалар ҙа, ололар ҙа әүҙем ҡатнаша. Йәкшәмбе мәктәбе эшләй. 140-ҡа яҡын төрлө ойошма бар. Халыҡ йыр-моң, аралашыуға һыуһаған. Элек Мәғариф министрлығы аша квота ала торғайныҡ, хәҙер ул бер аҙ һүлпәнәйҙе. Башҡортостандан баҫмалар беҙгә килеп етмәй, уҙған йыл Конгресста шул мәсьәләне күтәрҙем. Баҫма булһа, китаптар ебәрелһә,  уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыр инек. Беҙгә ноталар булған китаптар бик кәрәк. Беҙ - тыуған еребеҙҙән алыҫта йәшәгән башҡорттар халҡыбыҙҙы, моңобоҙҙо шул тиклем яратабыҙ, һағынабыҙ. Башҡортостан менән бәйләнешебеҙ йылдан-йыл нығыныр, тип уйлайбыҙ".
 
Гөлнара Кулабова: "90-сы йылда Ташкентҡа эшкә барҙым, һөнәрем буйынса инженер-энергетик. Ойошмала әүҙем эш алып барырға тырыштым. Хәҙер Екатеринбург ҡалаһында йәшәйем, ошо йүнәлештәге эш Свердовск өлкәһе башҡорттары менән дауам ителә.  Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, телде һаҡлау мәсьәләһенә етди ҡарайбыҙ".
 
Әфинә Ғөбәйҙуллина: "Советтар Союзы тарҡалғас, беҙҙең башҡорт халҡына ғына түгел, башҡа милләттәргә лә яҡындары менән осрашыу ауырлашты. Кешеләр күпләп тыуған яҡтарына тартыла башланы. Шул осорҙа Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримов шундай указ сығарҙы: "Халыҡты бында ҡалдырыр өсөн төрлө милләт вәкилдәрен  берләштергән ойошма төҙөргә". Беҙ дүрт-биш кеше ошо эшкә нигеҙ һалып ебәрҙек. Башланғысы ауырыраҡ булды, әлбиттә, сөнки һәр ойошма үҙен-үҙе финансларға тейеш ине". 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд