Башҡорт балы бөтә донъяға танылған

Башҡорт балы бөтә донъяға танылған https://bash.news/yuldash/3838_bashkort-baly-bete-donyaha-tanylhan
12 дек, 19:16

Беҙҙә умартасылыҡ ҡеүәттәре тулыһынса файҙаланыламы? Бал етештереү, уны эшкәртеү һәм медицинала ҡулланыу күпме эш урындары барлыҡҡа килтерер? Ни өсөн сит илдәр башҡорт балы менән ҡыҙыҡһына? 
 
Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Әмир Ишемғолов: "Уҙған аҙна уңышлы булды. Республикаға Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙыстан, Ҡытайҙан делегациялар килде, иҡтисади яҡтан файҙалы осрашыуҙар үтте. Умартасылыҡ ауыл хужалығын үҫтереү буйынса отошло тармаҡ, унда килемле булған яңы йүнәлештәр бар. Мәҫәлән, прополис, инә бал ҡорто һөтөн етештереү. Һуңғы өс-дүрт йылда Башҡортостанда бал ҡортоноң башы 30-40 процентҡа артты. Ҡайҙа барһаң да, беҙҙе “Башҡор балы” бренды аҫтында беләләр.
Беҙҙең ғилми үҙәктең төп эше – башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу. Умартасылыҡ – бал алыу ғына түгел, шул уҡ ваҡытта прополис нигеҙендә дарыуҙар етештереү ҙә. Япониянан килгән делегация беҙгә прополис, кәрәҙле бал һорап мөрәжәғәт итте. Ҡытай менән Башҡортостан араһында 3 миллиард һумға йәғни 10 мең тонна бал һатыуға килешеү төҙөлдө. Башҡорт балы республиканың ҙур ҡаҙанышы һәм киләсәге. Уңыштарыбыҙ алдағы көндәрҙә тағы ла күберәк буласаҡ". 

Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна