Рубик кубигы

Рубик кубигы https://bash.news/yuldash/38452_rubikkubigybashvatkystarhembashkaujynsyktar
29 янв, 20:45

Беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, рубик кубигы – донъяла киң таралған башватҡыс. Уны венгр ғалимы Рубик уйлап тапҡан. Кубтың 6 яғы бар. Һәр яҡта бер төҫлө 9 шаҡмаҡ. Кубикты борғолаһаң, шаҡмаҡтар бутала. Рубик кубигын йыйыу – ул һәр яҡта яңынан бер төрлө шаҡмаҡтар йыйыу: ҡыҙыл йәки һары, йәки күк.

Рубик кубигы
Рубик кубигы

Башватҡыстар – ул зирәклек талап иткән уйынсыҡтар йәки мәсьәләләр. Бына, мәҫәлән, лабиринт. Был башватҡыста буталсыҡ коридорҙар араһынан дөрөҫ юл табырға кәрәк. Икенсе ҡыҙыҡлы башватҡыс – пазл. Бәләкәй генә киҫәктәрҙән һүрәт йыйыу өсөн зирәклек кенә етмәй, түҙемлек тә кәрәк. Ә компьютер башватҡыстарын яратаһығыҙмы, бәләкәстәр? Мин үҙем тетрис уйынын яратам. Унда өҫтән төрлө һындар төшә, шуларҙы рәттәр буйлап ипләп һалырға кәрәк.

Башватҡыстар уйнатыу бик файҙалы. Сөнки улар башты эшләтә.

Беҙ бөгөн Тәскирә Даянова апай яҙған “Ҡурсаҡ тарихы” тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

Юлдаш
Когда отремонтирую ваш подъезд
10:55, 27 фев
09:56, 17 фев
05:06, 03 фев