Табиптарҙы ла конкурс буйынса һайлап алыуҙы хуплайым

Табиптарҙы ла конкурс буйынса һайлап алыуҙы хуплайым https://bash.news/yuldash/3846_tabiptarzy-la-konkurs-bujynsa-hajlap-alyuzy-huplajym
15 дек, 18:00

Программала дауаханаларҙы белгестәр менән тәьмин итеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, сабыйҙар үлемен кәметеү кеүек көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләшмәксебеҙ. 2015 йылда илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡаҙнанан күпме аҡса бүлеү ҡарала? Мотлаҡ медицина страховкалауында үҙгәрештәр көтөләме? Был һорауға ла яуап бирербеҙ.
 
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, "Тормош сифаты. Сәләмәтлек" федераль партия проекты етәксеһе Сәлиә Мырҙабаева менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 
 
 
Сәлиә Мырҙабаева: "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп йүнәлеш - бер каналлы финанслау. Медицина хеҙмәтләндереүенең күп төрҙәренә түләү медицина страховкалауы аша үтәсәк. Владимир Путиндың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә  беҙгә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, төп бурыс - Рәсәй Федерацияһында төп страховкалауға нигеҙләнгән медицинаға күсеү мәсьәләһе ҡуйылды. 2014-се йылда Рәсәй масштабында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү программаһы ҡабул ителде. Уға ярашлы 2020-се йылға тиклем һәр йүнәлештә аныҡ саралар ҡаралған. Улар арһында онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса саралар планы бар".
 
Редакциянан: Сәлиә Мырҙабаеваның рәсми сайты ошо адрес буйынса:
 
http://www.smurzabaeva.ru
 
Һорау, фекер һәм тәҡдимдәрегеҙҙе яҙа алаһығыҙ, хөрмәтле тыңлаусылар. 

Здоровье и долголетия
Минземимущество