Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ өсөн менталь арифметика иң кәрәклеһе һәм мауыҡтырғысы. Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлап сығыш яһаған 4 кешелек командала ул да ҡатнашҡан. Уҙған йылдың декабрь аҙағында Малайзияның Куала-Лумпур ҡалаһында менталь арифметика буйынса бөтә донъя олимпиадаһында уларҙың командаһы призлы урын алып ҡайтты. Менталь арифметикаға мөкиббән ҡыҙ - Әминә Игебаева Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 5-се класында белем ала.