Президент Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы

Президент Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы https://bash.news/yuldash/3865_prezident-vladimir-putindyn-zur-matbuhat-konferenciyahy
18 дек, 20:12

 
Журналист Рәсүл Сәғитов:
 
- Бөгөнгө "Асыҡ студия"ның әле генә тамамланған, һис һүҙһеҙ мөһим сара - президент Путиндың ҙур матбуғат конференцияһына арналыры әйтмәһәк тә асыҡтыр, был шулай. Был шулай, сөнки унда белдерелгәндәргә яңынан әйләнеп ҡайтыу дөрөҫ, уларҙы тәрәнерәк төшөндөрөү өсөн ул. Йәнә лә эш көнөндә, эш ваҡытында булды бит - кемдер ишетә-күрә лә алмағандыр.
 "Һис һүҙһеҙ мөһим сара" тип тә исем өсөн генә әйтелмәне, йәмғиәт, халыҡ дәүләт етәксеһенән бөгөнгө хәл: булып ятҡандар, сәғәт һайын тигәндәй үҙгәреп торғандар буйынса аңлатма көттө. Аңлатма бынан теүәл ике аҙна элек, мөрәжәғәтнамәлә, булды, әлбиттә, әммә, беренсенән, унан һуң ҙур үҙгәрештәр тормошҡа ашты - доллар менән евроның нишләгәнен беләбеҙ, нефть тағы ла осһоҙая төштө. Банктарҙа валюта, салондарҙа автомобилдәр бөттө. Уларға хаҡты көнөнә өсәр мәртәбә арттыралар. Өфөлә ҡайһы бер автосалондар төшкә тиклем һатмай торорға мәжбүр - көтәләр, осһоҙға биреп ҡуйыуҙан ҡурҡалар. Бәғзеләрендә көнөнә 50-шәр автомобиль һатыла, йәғни айлыҡ норма.
Икенсенән, мөрәжәғәтнамәнең, заман теле менән әйтһәк, форматы - бер төрлө, матбуғат конференцияһыныҡы - бөтөнләй башҡа. Тәүгеһе - моно тиек, икенсеһе - өлөшләтә булһа ла, стерео. Стерео, сөнки беҙ, хәбәрселәр, үҙебеҙ теләгән мәсьәләне күтәрә алабыҙ, һорау биргәндә, бындай хилафлығыбыҙ ҙа булғылай, эсенә яуапты ла һалғылайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, матбуғат конференцияһы - хәбәрсенең урыны, уның биләмәһе. Һүҙ бирәләрме-юҡмы, уныһы инде - икенсе мәсьәлә, бөгөн дә ҡул күтәргәндәрҙең һәр береһе лә быға өлгәшә алманы, әлбиттә, быныһы - тәбиғи.
Йәнә лә матбуғат конференцияларында Путин ғәҙәттә ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында белдермәй, ә үҙенең сәйәсәтен аңлата. 
 
Фәлсәфә фәндәре докторы, академик Фәнил Фәйзуллин:
 
- Мөрәжәғәтнамәгә ҡарағанда, бөгөнгө осрашыу ҡыҙыҡлыраҡ булды, минеңсә. Путин бөгөнгө иҡтисади, сәйәси, социаль өлкәләрҙәге  мәсьәләләрҙе  нисек хәл итеү юлдарын  билдәләне. Ул  илебеҙҙәге  көрсөк, ауырлыҡтар, хәҙерге ситуация өсөн яуаплылыҡты  үҙ  өҫтөнә алды. Яуаплылыҡ халыҡ алдында артҡандан-арта бара тигән фекере  оҡшаны. Илдәге бөтөн мәсьәләләр Президенттың күҙ алдында торорға, уларҙы хәл итер өсөн ул үҙ командаһын булдырырға тейеш. Ә сит илдәр менән сәйәсәткә ҡағылһаҡ, беҙ сит илдәр өсөн асыҡ. Бөгөн Европа менән бәйләнештәребеҙ бер аҙ ҡаҡшаған  икән, бүтән илдәр: Ҡытай, Иран, Һиндостан, Төркиә  һ.б. менән аралар яҡыная. Конференция  йүнәлешен  журналистар  билдәләне. Шуныһы үкенесле, улар күп милләтле илебеҙҙең федератив төҙөлөшөн, принциптарын киләсәктә нисек тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ  ҡуҙғатманы.
 
 
Сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов (телефон аша):
 
- Миндә был саранан ҡатмарлы тәьҫораттар ҡалды. Конференцияның ярты өлөшөндә Путинға үҙе алып барған сәйәсәт өсөн аҡланырға  тура килде.  Украина, Бөйөк Британия журналистары Ҡырым, Украина тирәһендә һүҙ йөрөттө. Иҡтисад тиһәк тә, ул сәйәсәткә  ныҡ бәйле һәм бында бер яңылыҡ та өҫтәлмәне. Халыҡты өмөтләндерерлек яңылыҡтар яңғыраманы, тип  уйлайым. Һуңғы 5 йылда гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү хаҡында ла бер һүҙ  ҙә алып барылмай. Һайлау йәһәтенән демократия ҡыҫылды,  әгәр шулай  булмаһа, ошо ауыр хәлгә  ҡалмаҫ  инек.  

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд