Йыл йомаҡтары: тәбиғәт, экология, туризм, спорт

Йыл йомаҡтары: тәбиғәт, экология, туризм, спорт https://bash.news/yuldash/3890_jyl-jomaktary-tebihet-ekologiya-turizm-sport
24 дек, 20:48

       Программаны Зөлфиә  Рәхмәтуллина һәм Вадим  Лаврентьев алып бара.
 
   Туризм. Башҡортостандың илдә һәм донъяла ышаныслы урыны һәм танып белә алырлыҡ брендын булдырыу - төбәктә туризмды үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Хәҙерге  иҡтисади шарттарҙа сит илдәргә сәйәхәт урынына алмашҡа эске туризм килә. Республикала “Урал батырҙың алтын билбауы” проекты тормошҡа ашырыла башланы.
 
Башҡортостан Туриндустрия берлеге рәйесе урынбаҫары Кинйә Кускилдин: "Был проект республикабыҙҙың иң хозур урындарын үҙ эсенә ала. Әлегә социаль йүнәлештә  турҙар ойошторҙоҡ, киләһе йыл  проект теләгән һәр кеше өсөн асыҡ буласаҡ. Башҡортостанда эске туризмдың  мөһим бер йүнәлеше – агротуризм, уны үҫтереү өсөн айырым үҙәк булдырырға кәрәк. Туризм – табышлы бизнес. Тик тейешле инфраструктура булмай, ҡунаҡтарға уңайлы йәшәү шарттары, сағыу һәм иҫтәлекле ял тәҡдим итмәйенсә, тармаҡты үҫтереп булмай".
 
Урмандар - беҙҙең йәшел ҡалҡан. Был байлыҡты дөрөҫ файҙаланабыҙмы? Бөгөн урман ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланыу, ағасты тәрән эшкәртеү кәрәк.
Башҡортостандың урманға байыраҡ төбәктәрендә – төньяҡ-көнсығыш менән көньяҡ-көнсығыш райондарында ағасты төрлө яҡтан эшкәртеү үҫешә. Мәҫәлән, Йылайырҙа ағасты комплекслы эшкәртеүҙән йыраҡ торалар, шулай ҙа аҙмы-күпме, ынтылыш һиҙелә, төрлө предприятиелар, цехтар барлыҡҡа килә.
 
Йылайыр районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков: "Беҙҙә урман сәнәғәтселәре союзы эшләй. Улар урман эшкәртә. Ләкин тәрән эшкәртеүгә  өлгәшмәгәндәр. Ике  күмер етештереү заводы төҙөнөләр. Эште яйлап юлға  һалабыҙ".
 
БР Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин: "Әгәр урманда  хужа  булһа,  уны яҡшыраҡ ҡараясаҡ  тигән фекер бар, шуға  ҡуртымға  урмандар күберәк  бирелә. Шулай ҙа, ҡуртымсы-эшҡыуар  күберәк файҙа алыу  яғын ҡараясаҡ. Дәүләт урман фонды менән  ҡуртымға  бирелгән урман нисбәте араһында баланс  булырға  тейеш".
 
Экология. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса кластерҙар барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу санкцияланмаған ҡалдыҡтарҙы  туплау урындарын юҡ итергә һәм был биләмәләрҙе ауыл хужалығы өсөн ҡулланырға булышлыҡ итә.
 
БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин: "Буласаҡ  экологик кластерҙар инвесторҙарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Әммә полигондар, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн  заводтар төҙөүгә ҙур инвестициялар  кәрәк.Урал аръяғындағы тау сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү йүнәлешендә ҡытайҙар менән килешеү төҙөлдө".
 
Быйыл  тәбиғәт ғәрәсәте арҡаһында Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл райондарында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Бәләгә тарығындар ярҙамһыҙ ҡалманы.  
 
Яңауыл ҡалаһы хакимиәте башлығы Илсур Баһаув: "Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күргән  урамдарҙы, йорттарҙы төҙөкләндерҙек, бар халыҡ ҡатнашты был эштә,  бүтән райондарҙан да аҡса йыйҙылар, материал килтерҙәләр. Республика  Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтте".