Нурислам Шәйхулов. "Ҡаҙ бәпкәләре ҡара". 1- се тапшырыу

Нурислам Шәйхулов. "Ҡаҙ бәпкәләре ҡара". 1- се тапшырыу https://bash.news/yuldash/39027_nurislam-shejhulov-kaz-bepkelere-kara-1-se-tapshyryu
15 фев 2019, 10:59

Ә. Муллағолова: Яҙыусы, уҡытыусы, журналист Нурислам Шәйхуловтың тыуыуына – 90 йыл. Ул 1929 йылда Ғафури районында  тыуа. Ата-әсәһе,  колхозлашыу осоронда Белорет районына күсеп, йәшләй донъя ҡуя. Туғандарын ҡарап үҫтереү егет иңенә төшә. Ул ситтән тороп Белорет педучилищеһын тамамлай, аҙаҡ Стәрлетамаҡта белем ала.  Ғүмер буйы мәктәптә балаларҙы башҡорт теле-әҙәбиәте серҙәренә өйрәтә һәм район гәзитенең даими хәбәрсеһе була.  

        Нурислам Шәйхулов нәфис ижадҡа   1980-се йылдарҙа бай тормош тәжрибәһе туплап, ҡәләмен ныҡлы “сарлап” килә. Уның повесть-хикәйәләрҙән, нәҫерҙәрҙән торған “Шаулай Еҙем”, “Һағындырыр һандуғасы” китаптары  донъя күрә.  Балаларға тәғәйен “Хәүефле сәфәр” исемле мажаралы китабын да   уҡыусылар  яратып ҡабул итә.

        Иғтибарығыҙға Нурислам Шәйхуловтың  «Ҡаҙ бәпкәләре ҡара» әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова уҡый.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд