Тыуасаҡ йыл имен килһен!

Тыуасаҡ йыл имен килһен! https://bash.news/yuldash/3912_tyuasak-jyl-imen-kilhen
30 дек, 19:12

Тапшырыуҙы Рәсүл Сәғитов алып бара.
 
Программала шағир-юбилярҙар: Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Азамат Юлдашбаев  ҡатнаша.
 
Тәнзилә Дәүләтбирҙина: "2014-се йыл бик яҡшы үтте.  Йөрәк ялы булырҙай шәп йыл булды. Уҙған йыл менән сағыштырғаныда,  быйылғы йыл минең өсөн үҙенсәлекле булды. Тормошобоҙҙоң иң татлы мәленә аяҡ баҫҡан мәл. Мөмкин тиклем күберәк яҙғым килеп тора. Беҙ барыбыҙ ҙа ял иҫәбенә ижад итәбеҙ...
Ғаиләлә Яңы йыл табынын беҙ бергәләп әҙерләйбеҙ, бигерәк тә ирем аш-һыуға оҫта. Һарыҡ аҡыллы хайуан. Ул коллективты ярата, ҡуй йылында бер ниндәй ҙә көрсөккә бирешмәй, бәхетле булайыҡ!".
 
Азамат Юлдашбаев: "Йылға баһа биреп булмай, уның ғәйебе лә, ҡаҙанышы ла юҡ. Йыл юҡ ул, ғөмүмән. Донъяла бары мәңгелек кенә бар...
Һәр бер хеҙмәт, һәр эш башҡарыусыһы менән маҡтауға лайыҡ. Яңы алған машина менән халыҡҡа ла, балыҡҡа ла йөрөйөм. Ижадта ла, тормошта ла әҙәм үтмәгән юлдарҙан йөрөргә яратам. Автомибилде хөрмәт итәбеҙ, ил күреү оҡшай, азатлыҡ – үҙе азатлыҡ. Яңы йыл ығы-зығыһына киткән аҡса мине аптырата һәм быны мин аңлай алмайым. Байрам айҡанлы табынды өнәп бөтмәйем.
Ҡуй йылының үҙенсәлеге ҡойороҡ төбөндә йыйылған май. Бәлки икенсе йыл шуның менән йәшәргә тура килер.
2015 йыл – әҙәбиәт йылы, ул мул уңыштар алып килһен".

Минземимущество