Ветеринар хеҙмәте лайыҡлы баһаланмы?

Ветеринар хеҙмәте лайыҡлы баһаланмы? https://bash.news/yuldash/3953_veterinar-hezmete-lajykly-bahalanmy
14 ғин, 20:18

2014 йылда Башҡортостандың Ветеринария ассоциацияһы Рәсәй Президентына асыҡ хат ебәргәйне. Ҡыҫҡаса туҡталғанда, унда ветеринарҙарҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу, “Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы” исемен ҡайтарыу һорала.

Ветеринар хеҙмәте лайыҡлы баһаланмы?
Ветеринар хеҙмәте лайыҡлы баһаланмы?


 
Республика ветеринария идаралығының Өфө территориаль бүлеге етәксеһе Әнүәр Туҡаев, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, ветеринария фәндәре кандидаты Шәфҡәт Абдуллин менән Бәйтулла Фәтҡуллин әңгәмәләшә.
 
Әнүәр Туҡаев: "Беҙ хеҙмәтләндергән  райондарҙа ветеринария учреждениеларында вакансиялар юҡ. Эш хаҡын юғарыраҡ күтәрһәләр, ғәҙел  булыр ине, әлбиттә. Проблема күберәге йәш  белгестәргә ҡағыла. Һәр районда йәш белгестәр өсөн программалар эшләй. Тәүге 5 йылда уларға  эш хаҡы, премиялар  һәм  социаль пакет  тулыһынса  ҡаралған.  Ләкин  улар  барыбер түбәнерәк. Стажлы  белгестәргә иһә 10 йылдан һуң -25,  ә 25 йылдан  артыҡ  эшләһә, 50 процент өҫтәмә  түләнә. Ветеринар учреждениеларында эшләүселәргә  зыянлы  хеҙмәт  өсөн  өҫтәмә түләү  бар.
Мал  салыу  урындары  буйынса  һорауҙар  күп. Улар  һатыуға, дөйөм туҡланыуға  сығарылған  малды  салыу  өсөн  ҡарала. Төрлө  урындарҙан  беҙгә  мал салыу урындарын ойоштороу  буынса  ярҙам һорап, йөҙләгән  ғариза  менән  мөрәжәғәт итәләр. Әлеге  ваҡытта  республикала 33 районда  шундай  эш башланды, 15 ит комбинаты  халыҡтан мал ҡабул итә, 22 пунктта шәхси хужалыҡтарҙан килгән малды эшкәртәләр. Ошо йүнәлештә  эш  байтаҡ  барасаҡ  әле. Был - ветеринарҙар уйлап сығарған  әйбер  түгел, ә  халыҡ-ара ойошма - Таможня союзы  документына, ҡаты талаптарына  ярашлы  атҡарылған  сара".
 

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд