Финанс пирамида ойоштороусы тотолдо

Финанс пирамида ойоштороусы тотолдо https://bash.news/yuldash/39561_finans-piramida-ojoshtorousy-totoldo
04 мар 2019, 11:12

Башҡортостанда финанс пирамида ойоштороусы халыҡты 113 миллион һумға алдаған. Республика Прокуратураһы 64 йәшлек ҡатынға ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Мутлашыусы ханым 7 кредит-ҡулланыусы кооператив ойошторған. Офистар Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел ҡалалары һәм ете районда асылған. Кооперативҡа аҡса индереүселәргә 30 процентҡаса табыш вәғәҙәләнгән. 5 йыл дауамында 200-ҙән ашыу кеше мутлашыусы тоҙағына эләккән. Халыҡтан йыйылған аҡсаға ханым ҙур өй һәм сит ил машиналары һатып алған. Әле уның милке тартып алынған һәм мутлашыу буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд