Көҙ һаналыр себештәр яҙын морон төртә

Көҙ һаналыр себештәр яҙын морон төртә https://bash.news/yuldash/39583_k_analyr_sebeshtr_yayn_moron_trt
26 мар, 12:44

Ҡыҙыҡ был донъя. Булғанды хурлай-хурлай емерәбеҙ, иҫкелек ҡалдығы тибеҙ. Һуңынан тырыша-тырыша, аҡса- көс түгеп, шуны йәнә тергеҙәбеҙ. Атамаһын үҙгәртәбеҙ ҙә өр-яңы проект-программа тибеҙ. Кемделер, айырым шәхестәрҙе, ил башлыҡтарын, йәмғиәтте тәнҡитләү түгел был һүҙҙәр, асылда шулай икәнлегенә кинәйә генә. Мәҫәлән, совет дәүере менән бергә килеп ингән колхоздар ҙа союз юҡҡа сыҡҡас, уның артынса оҙаҡ тормай тарҡатылды, крәҫтиән аптырап ҡалды, сөнки әлегә тиклем уның айырым, үҙенә эшләгәне юҡ ине. Власть та был крәҫтиәнде халыҡты туйындырыусымы, кулак-эшҡыуармы икәнен аныҡ билдәләй алманы. Берәүҙәрен һалымдар, икенселәрен тикшереүҙәр менән ҡыҫты. Шулай ҙа хаталы-хаталы юлдар аша булһа ла, ауыл хужалығында фермерлыҡ хәрәкәте алға барырға тырышты. Һәм әле лә тырыша. Мәҫәлән, Иглин районында малсылыҡ йүнәлешен алып баралар. Ашлыҡ өсөн ҡулай түгел, малсылыҡҡа уңайлы. Малсылыҡтан тыш, йәнә бер отошло йүнәлеш үҫеш алған районда. Балтика ауылында “Алтын ҡош” йәмғиәте эшләй. Инкубатор станцияһы ул, халыҡты тауыҡ, күркә себештәре, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләре менән тәьмин итә. Миҙгеленә 180 мең себеш-бәпкә морон төртә унда.

Юлдаш
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа