Вил Ғүмәров

Вил Ғүмәров https://bash.news/yuldash/39596_vil_mrov

Вил Ғүмәров - күңел мөхите лә, донъяға, тормошҡа мөнәсәбәте лә үҙенсәлекле шағир, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ҡатмарлы 80-се-90-сы йылдарҙа халыҡ аңын ҡуҙғатырлыҡ ҡыйыу һүҙен әйткән, республикабыҙҙың үҙаллылығын, ер-һыуыбыҙ таҙалығын, туған халҡыбыҙҙың рухи -мәҙәни ихтыяждарын яҡлап сыҡҡан алдынғы шәхестәрҙең береһе.

Бейек һауаларға терәүмен дә,

Киң бушлыҡты тотҡан берәүмен.

Ер мәхшәре нисек әүрәтмәһен -

Бөйөк йөгөм менән мин дәүмен,- тигән шиғри юлдарында шәхес һыҙаттары һынланыш таба.

Виль Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Магнитогорск тау-механика институтын, М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Матбуғатта эшләй, "Башҡортостан" китап нәшриәте директоры була. Башҡорт телендә яңы газета-журналдар сығарыуға ҙур көс һала. Тынғыһыҙ йәмәғәт тормошонда ҡайнауға ҡарамаҫтан, күңел талабы булған ижад менән дә шөғөлләнергә өлгөрә. Әҙәби мираҫында - шиғырҙар, драмалар, тәнҡит һәм публицистика мәҡәләләре. Хәҙер беҙҙең тулҡындарҙа Виль Ғүмәровтың шиғырҙары яңғырай. Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова менән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡый.

Юлдаш
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна