Тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам

Тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам https://bash.news/yuldash/39606_tr_tbnd_kn_ti_yaram
02 апр, 20:45

Һиндостанда был гөлдө тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам тип йөрөтәләр. Ул алоэ гөлө.

Тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам
Тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам

Алоэ - бик шифалы үҫемлек ул. Ауыртыуҙы баҫа. Микробтарға һәм бактерияларға үрсергә ирек бирмәй.

Төрлө минералдарға бик бай: тимер, калий, кальций, марганец, баҡыр, натрий, фосфор, фтор, хлор, цинк, хром бар унда. Шулай уҡ А, В1, В2, В3, В6, В9, С, Е витамины күп. Шуға күрә уны витаминдар яһауҙа киң ҡулланалар.

Кемдарға ла ҡушалар. Аалоэнан яһалған кремдар тирене тығыҙ һәм шыма итә. Сәсте лә үҫтерә. Шуға уның һутын шампундарға ҡушалар.

Алоэнан яһалған дарыуҙар аш һеңдереүҙе яйға һала, ашҡаҙандағы яраларҙы яйға һала. Күҙҙәр өсөн дә ныҡ файҙалы. Һуты кешенең иммунитетын арттыра, көс бирә, ҡан йөрөшөн яҡшырта.

Алоэ – дарыу. Шуға ла уны әҙләп кенә ҡабул итәләр.

Беҙ бөгөн Тәскирә Даянова апай яҙған "Ҡыңғырау сәскә" әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Гөлназ Ҡолһарина уҡый.

Юлдаш
Минземимущество
Банер уфимская волна