Философ

Философ https://bash.news/yuldash/39610_filosof

Философ һүҙен иң тәүҙә боронғо аҡыл эйәһе, грек математигы Пифагор ҡулланған. Уның фекеренсә, философ ул - уҡымышлы, аҡыллы кеше була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Пифагорҙың был хеҙмәте һаҡланмаған. Шуға ла философ һүҙенә аңлатма биргән тәүге яҙмаларҙы Гераклит яҙып ҡалдырған. Философ - боронғо грек һүҙе. Белем яратыусы, ҡыҙыҡһыныусан, хәҡиҡәткә , дөрөҫлөккә ынтылыусы кеше тигәнде аңлата ул. Һәр кемдең донъяға, кешеләргә, йәмғиәткә үҙ ҡарашы. Шуға ла боронғолар, һәр кеше - философ тигән. Бөйөк Конфуций кешегә 5 матур сифат: аҡыллылыҡ, кеше һөйөүсәнлек, тоғролоҡ, ололарҙы хөрмәтләү, ҡыйыулыҡ хас булырға тейеш, тигән.

Философ һөнәре күп яҡлы. Был һөнәрҙең асылына төшөнһәң, бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡһың. Аҡыллы, зирәк кешеләр һәр ерҙә лә кәрәк. Фекер итеү ҡеүәһе киң кешене һәр ерҙә лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар.

Бөгөн студиябыҙҙа ҡунаҡта Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социалогия факултеты уҡытыусыһы, философия фәндәре докторы, профессор Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова. Һөнәрмәнде тыңлайбыҙ!

Юлдаш
GAUGA