Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы https://bash.news/yuldash/39656_ya_m_xemt_bajramy
30 апр, 19:55

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдынан ошо ике төшөнсәгә лә ҡағылышы булған темаға туҡталабыҙ бөгөн. Яҙ – күсмә ҡоштарҙың ҡайтыу, йомортҡа һалыу, бала сығарыу осоро. Мигранттарҙы, вахта менән эшләп йөрөүселәрҙе лә күсмә ҡоштар менән сағыштырабыҙ. Аҡса алып ҡайталар, ғаиләләре янында булғандан һуң йәнә ситкә ризыҡ-аҡса эҙләп юлланалар. Ярай ҙа, барыһының да нәҫелдәрен дауам итеү шарттары булһа. Күптәре буйҙаҡ та. Шуға яҙ һәм хеҙмәт байрамын Вахта миграцияһы исеме менән билдәләй күптәр. Йәштәрҙең, хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә күпләп китеүе барыһын да борсой. Төбәк халҡы ҡартая, миграция ағымы менән бергә демография соҡоро ла тәрәнәйә бара. Был – аксиома. Юғиһә, кемдәр һуң балалар тыуҙырырға тейеш? Пенсияға сығыу ваҡытын оҙайтыу репродуктив йәште артырмауы аңлашыла. Ошолар тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Эксперттар менән танышайыҡ. Философия фәндәре кандидаты, политолог Зөфәр Тимербулатов менән Иҡтисад фәндәре кандидаты, сәйәсмән Илдар Ғәбитовты "Асыҡ студия"ла сәләмләйбеҙ.

Юлдаш
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна