Эксперт: Буллингты еңеү өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим

Эксперт: Буллингты еңеү өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим https://bash.news/yuldash/39674_ekspert_bullingty_ee_sn_jmitte_berlshee_mim
14 май, 20:20

Буллинг тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Коллективтың, айыуырса мәктәптәрҙә барлыҡ кластың бер класташтарын йәберләүе, көлөүе. Инглиз теленән алып Буллинг тибеҙ шуны. Был хәл электән дә килә, әммә һуңғы ваҡытта ғына уны иҫкәртеү-киҫәтеүгә етди иғтибар бирелә башланы. Хатта иртәгәнән, йәғни 15 майҙан 22-һенә тиклем махсус акция үтәсәк, ул “Дуҫлаш, ышан, бер береңдең ҡәҙерен бел” тип атала. Һуңынан иһә, 27 майҙа Граждандар форумында ҡараласаҡ. Эксперттар менән танышайыҡ. Республика йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Тамыр” балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина һәм Өфөнөң 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан социаль педагог, психолог Гүзәлиә Кашаеваны "Асыҡ студия"ла сәләмләйбеҙ.

Эксперт Буллингты еңеү өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим
Эксперт Буллингты еңеү өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим

Юлдаш
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна