Тәлмәрйен һәм әрмәнде

Тәлмәрйен һәм әрмәнде https://bash.news/yuldash/39675_tlmrjen_m_rmnde
16 май, :

Әрмәнде менән тәлмәрйен бер-береһенә оҡшап тора. Шуға кешеләр уларҙы йыш ҡына бутай. Икеһе лә ер-һыу хайуаны. Тимәк ҡоро ерҙә лә, һыуҙа ла йәшәйҙәр. Тышҡы ҡиәфәттәре лә оҡшаш. Ә нисек айырырға тип һорарһығыҙ, бәләкәстәр. Тәлмәрйендең аяҡтары оҙон һәм йыраҡҡа һикерә ала.Шәп итеп йөҙөп йөрөй. Тиреһе шыма, күп осраҡта һорғолт йәки йәшел була. Ә әрмәнде һоро төҫтә һәм тиреһе ҡутырлы. Күберәк ҡоро ерҙә йәшәй һәм бик насар йөҙә. Мәтеле тупраҡҡа күмелеп ултырырға ярата.

Тәлмәрйен һәм әрмәнде
Тәлмәрйен һәм әрмәнде

Тәлмәрйен дә, әрмәнде лә йомортҡаларын һыуға һала. Ваҡыты еткәс уларҙан сүмесбаштар сыға. Үҫеп еткәс, әрмәнделәр ҡоро ергә сыға, ә тәлмәрйендәр һыуҙа йәшәүен дауам итә.

Әрмәнденең тештәре булмай, ә тәлмәрйендең осло ғына тештәре бар. Ҡышҡылыҡҡа тәлмәрйен дә, әрмәнде лә мәтегә күмелеп, ҡышҡы йоҡоға тала. Был ваҡытта уларҙың хатта йөрәге лә туҡтап тора. Ә яҙ еткәс улар яңынан уяна. Ҡышҡы һалҡында улар туңырҙар ине. Ҡышҡыһын уларға ашарға ла булмай, сөнки бөжәктәр ҙә йоҡоға тала.

Тәлмәрйендәр ҙә, әрмәнделәр ҙә бик файҙалы хайуандар, сөнки улар баҡсаларҙа йәшәгән төрлө ҡоротҡос бөжәктәр менән туҡлана һәм шулай итеп үҫемлектәрҙе һаҡлай.

Беҙ бөгөн "Батыр малай" тигән дағстан халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡый.

Юлдаш
Курай даны
Минземимущество