Биограф Регина Камалова

Биограф Регина Камалова https://bash.news/yuldash/39676_biograf_regina_kamalova

Биограф - билдәле кешеләрҙең тормош юлын, биографияһын яҙыусы һөнәр эйәһе! Биография- боронғо грек һүҙе. Биос- тормош, графиус – яҙыу тигәнде аңлата. Шулай итеп, биограф – ул билдәле шәхестәрҙең тормош юлын яҙыусы кеше. Ә кеше үҙенең тормош юлын яҙһа - ул автобиография тип атала.

Биограф Регина Камалова
Биограф Регина Камалова

Биограф эше ныҡ яуаплы. Билдәле шәхестең тормош юлын ентекле яҙыу өсөн, уның тормошо менән йәшәргә кәрәк, тиҙәр бит. Биография яҙыусы автор теүәл, дөрөҫ мәғлүмәттәр яҙһа, мемуар яҙыусы автор үҙ исеменән өҫтәп, тасуирлап, хәл-ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен белдереп яҙа.

Биографтарға дөрөҫ мәғлүмәт туплау, йыйыу өсөн, ҡайһы берҙә йылдар буйы эҙләнергә тура килә. Бер генә миҫал килтерәм: билдәле ғалим-лингвист Сэмуюэль Джонсондың биографияһын яҙыуға -биограф Джеймс Босуэлл 28 йыл ғүмерен бағышлаған. Биограф түҙемле генә түгел, белемле лә булырға тейеш.

Биограф музейҙа, әҙәби-ғилми институттарҙа, гәзит-журналдарҙа эшләй ала. Биограф эше менән күберәк яҙыусылар, шағирҙар, музей хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Бөгөн студиябыҙҙа ҡунаҡта Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Рәдис ҡыҙы Камалова.

Юлдаш
Минземимущество