Сүп-сар реформаһы

Сүп-сар реформаһы https://bash.news/yuldash/39683_spsar_reformay
17 май, 20:00

Көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү буйынса ҡабул ителгән законды ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерербеҙ бөгөн. Халыҡ араһында, аңлашылып бөтмәгән урындары, кинәйәләп әйткәндә, полигондағы сүп-сарҙан да күберәк әле уның. Мәғлүм булыуынса, ҡанун быйыл 1-се ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Республика халҡынан сүп-сар йыйыуҙы 4 төбәк операторына йөкмәттеләр. Уларҙың барыһы ла, беҙ тулы әҙерлектә, мөмкинлектәребеҙ етерлек, тип, махсус конкурста еңеп сығыусылар. Бөгөнгө "Асыҡ студия"ға беҙ төбәк операторҙарын саҡырманыҡ, ә сүп-сар реформаһының ҡатмарлығын һәм ауырлығын тура мәғәнәһендә үҙ иңдәрендә татыусыларҙың фекерҙәрен ишетергә булдыҡ. Студияла була алмағандар менән телефон аша бәйләнешкә сығырбыҙ. Ә әлегә студиябыҙ ҡунаҡтары - Аҡбирҙе ауылы биләмәһе башлығы Азамат Сатаев һәм Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы журналисы Айнур Кәбировты сәләмләйбеҙ.

Юлдаш
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна