Башҡортостан - кесе эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайк?

Башҡортостан - кесе эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайк? https://bash.news/yuldash/39734_bashortostan_kese_eshyuarly_sn_klondajk
27 май, 20:03

"Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ үҫешенә яңы һулыш", - тине аналитиктар шәмбе сараларынан һуң. 25 майҙа Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бизнес вәкилдәре менән осрашты, асыҡ диалог ҡоролдо. Осрашыу Өфөнөң Мир урамындағы "Китап" бизнес-үҙәгендә ойошторолдо, әйткәндәй унда, Күп функциялы үҙәк базаһында республикала иң беренсе булып эшҡыуарҙар өсөн үҙәк асылды. Ошонда уҡ коворкинг-үҙәк тә эш башланы. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы, бизнесты быуыуҙы туҡтатып, уны алтын йомортҡа һалыусы тауыҡҡа әйләндереү – ошолар тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты белгесе Зилә Ғәббәсова, “Рейтинг” мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Рәис Тайбугин, эшҡыуар, “Башбланкиздат” йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваны "Асыҡ студия"ла сәләмләйбеҙ.

Башҡортостан - кесе эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайк?
Башҡортостан - кесе эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайк?

Юлдаш
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество