Бетеү

Бетеү https://bash.news/yuldash/39759_bete
30 май, :

Мин һеҙгә, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бөгөн бетеү хаҡында һөйләйем. Кешеләр элек-электән үҙҙәрен һәм яҡын кешеләрен яман көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡларға тырышҡан. Башҡорттарҙа һаҡланыу сараларының береһе – бетеү. Бетеү – боронғо төрки һүҙе. “Яҙыу” тигәнде аңлата. Унда, ғәҙәттә, доғалар, Ҡөръән сүрәһенән, аяттан өҙөктәр яҙылған. Ҡөръәндең нимә икәнен беләһегеҙме?

Бетеү
Бетеү

Ҡөръән – мосолмандарҙың изге китабы. Шуның өсөн дә әүлиә, ишандар әҙерләгән бетеүҙәр ҡәҙерле булған. Шулай итеп, бетеүҙең яҙыуы – ул һаҡланыу доғаһы. Доғаны күк, ҡара сепрәк, йә күн менән өскөлләп көпләп тегеп ҡуйғандар. Шунан әҙер бетеүҙе кейемдең ҡултыҡ аҫтына, яғаһына, баш кейеменә теккәндәр йәки еп менән муйындарына тағып йөрөр булғандар.

Элек яңы тыуған балаға кендек инәһе ҡораманан, йәғни өсмөйөш туҡыма киҫәктәренән бетеү-күлдәк тегеп кейҙергән. Шулай уҡ бетеүҙе сәңгелдәктең дүрт мөйөшөнә элеп ҡуйғандар. Балаһы тормаған кешегә бетеү юрған теккәндәр. Бындай юрғанды ла өс мөйөшлө туҡыма киҫәктәренән теккәндәр. Ҡорама тип тә йөрөтәләр уны.

Өсмөйөшкә оҡшаған семәр – бетеүсә лә һаҡлау көсөнә эйә. Ҡыҙҙар бетеүсәләп, нағышлап ҡорған, япма, яҫтыҡ тышы теккән элек. Туйға майҙа ҡайнатып бетеүсә бешергәндәр. Ул бауырһаҡ кеүек, тик өсмөйөш.

Беҙ бөгөн "Ҡарт айыу менән төлкө" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Нәғим Нурғәлин ағайығыҙ уҡый.

Юлдаш
Минземимущество