Аяҡ аҫтындағы дарыу, әллә аҡсамы?

Аяҡ аҫтындағы дарыу, әллә аҡсамы? https://bash.news/yuldash/39796_aya_atynday_daryu_ll_asamy
11 июн, 12:00

Тыуған ер төшөнсәһен тулы мәғәнәһендә аңлап, ҡабул итеү барыһына ла бирелмәгәндер. Беҙҙе туйындырыусы-кейендереүсе, тибеҙ. Сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләүсе лә ул икәнлеген, нишләптер өсөнсө планға ҡуябыҙ. Беҙгә дарыухананан аспирин, цитрамон, но-шпа һәм башҡаһы кәрәк. Ә үҙебеҙҙең тупрағыбыҙҙа үҫкән үләндәр? Шифалы үлән-үҫемлектәр, емештәр тураһында барыбыҙ ҙа ишетеп-белә, йәйгелеген мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары йыя бәғзеләребеҙ, еләктән ҡайнатма- ҡаҡтар әҙерләй. Һәм вәссәләм. Мең төрлө башҡа үләндәрҙең файҙаһы тураһында тегендә- бында, айырыуса хәҙер интернет заманында, социаль селтәрҙәрҙә уҡыйбыҙ, үәт файҙалы икән, тип тел шартлатабыҙ ҙа... эс бора башлаһа, дарыуханаға левомицитинға йүгерәбеҙ. Тик барыһы ла түгел икән. Үлән шифаһы тураһында белгән, унан аҡса эшләгәндәр ҙә бар. “Башҡортостан үләндәре” йәмғиәтенең Үгеҙ агростанцияһы директоры Фидарит Шәйхетдинов менән танышыу ҙа үләндәр шифаһы тураһында әңгәмәнән башланды. Бөрө районына сәфәр барышында һуғылып үттек уның хужалығына.

Юлдаш
Курай даны
Минземимущество