Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы https://bash.news/yuldash/39856_bt_donya_bashorttary_oroltajy
28 июн, 19:50

Өфөлә бөгөн бишенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы үтә. Башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең айырыуса мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу һәм башҡорт халҡы үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләү маҡсатындағы йыйыны ул. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә — Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау. Барлыҡ донъянан тигәс, һандарҙы ла атап үтәйек, 512 делегат, уларҙың 288-е - Башҡортостандан, 157-һе - Рәсәй төбәктәренән, 49-ы - сит илдәрҙән. Һәм 250 ҡунаҡ. Күбәрәк тә саҡырырға мөмкин. Һәр башҡорт делегат булырға теләр ине, әммә Конгресс- холл бинаһы бар ғаләм түгел, урындар һаны сикле. Ошо арҡала үпкәләшеүҙәр, битәрләшеү осраҡтары ла булды әлбиттә, мине, уны, тегене саҡырмағандар тип. Хәйер, былары ғәҙәти, көндәлек мәшәҡәттәр. Ә беҙ милләтте һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, яңы йүнәлештәр кеүек темалар тураһында һөйләшәбеҙ. Эксперттар менән танышайыҡ:

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы

Ветеран-педагог, ғалим, дәреслектәр авторы, йәмәғәт эшмәкәре Вәкил Хажин;

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары лидеры Радик Бәхтиев;

Тарихсы, ғалим, журналист Искәндәр Сәйетбатталов

Юлдаш
Когда отремонтирую ваш подъезд