"Сулпылар"-2019 йыр бәйгеһенең ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары менән

"Сулпылар"-2019 йыр бәйгеһенең ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары менән https://bash.news/yuldash/39861_sulpylar_2019_jyrmo_bjgeen_ojoshtorusylar_m_atnashyusylar_menn
02 июл, :

Бөгөн эфирҙа иң оҙон ғүмерле телевизион проект хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Был тапшырыу зәңгәр экрандар аша 27 йыл тамашасыны ҡыуандыра. Йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ "Сулпылар"ҙы ҡарап ҡына ултырмай,ә унда ҡатнашыу бәхетенә лә эйә. 1992 йылдың 1 июнендә эфир даръяһына юлланыусы телеконкурс әлеге көндә билдәле йырсыларға этәргес көс, трамплин булып тора.Быйыл да "Сулпылар" яңы йондоҙҙар ҡабыҙа. Тапшырыуҙы эшләүсе ижади төркөм исеменән конкурстың мөхәррире Гөлфиә Раянова, режиссеры Гөлсәсәк Игебаева, тапшырыуҙы алып барыусы Алмаз Таһиров һәм "Сулпылар-2019" конкурсы ҡатнашыусыһы, Өфө ҡыҙы Наҙгөл Шәрипов беҙҙә студияла.

Юлдаш
Мусафир
GAUGA