Мыйыҡ-антенналар

Мыйыҡ-антенналар https://bash.news/yuldash/39874_myjyantennalar
05 июл, :

Бөтә бөжәктәрҙең дә мыйығы бар. Бөжәктәр төрлө булған кеүек, уларҙың мыйыҡтары ла төрлө-төрлө, төрлө оҙонлоҡта. Шуға ла уларҙың төрлөһө төрлө эш башҡара. Мәҫәлән, май ҡуңғыҙы мыйыҡтары ярҙамында нәҫелдәштәре менән бик яҡшы бәйләнешкә инә. Ҡайһы берәүҙәре мыйыҡтары аша еҫтәрҙе, тәмдәрҙе асыҡ тоя. Бер серәкәй кешене йә хайуанды эҙләп тапһа, мыйыҡтары ярҙамында тиҙ генә башҡаларына сигналдар ебәрә. Безз, безз, тиҙерәк килегеҙ, тип. Ә ҡайһы бер бөжәктәр мыйыҡтары аша һауа торошоноң үҙгәреүен тоя. Мәҫәлән, ҙур йәшел сиңерткә ямғыр алдынан сырылдамай, ә бал ҡорттары осмай.

Мыйыҡ-антенналар
Мыйыҡ-антенналар

Бөжәктәрҙең мыйыҡтарының формаһы ла күп төрлө: энәгә, ҡауырһынға оҡшаған, пластинка, орсок, еп, бысҡы, тараҡ кеүек һәм шырт һымаҡтары була.

Шулай итеп, бөжәктәр бәләкәй генә булһа ла, һиҙгер, эшмәкәр, иҫ китмәле ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы йән эйәләре ул. Улар тәбиғәттең мөһим бер өлөшө. Тәбиғәтте һәр ваҡыт ҡәҙерләп, ҡайғыртып йәшәр кәрәк.

Беҙ бөгөн Рәмил Хәбиб ағай яҙған “Ҡырмыҫҡа биргән һабаҡ” тигән әкиәтте тыңлайбыҙ. Әкиәтте Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡый.

Юлдаш
Минземимущество