Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға... https://bash.news/yuldash/39886_yar_ajtty_auyla
15 июл, 11:25

Йәй миҙгеле осрашыу-күрешеүҙәр менән йәмле. Республикабыҙҙың һәр төбәгендә күркәм саралар үткәрелә. Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында ла, мәҫәлән, - ,,Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға,, тип исемләнгән халыҡ байрамы уҙҙы. Баймырҙа һәм Өмөтбай ауылдарында тыуып, оло тормошҡа юл алған биш йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ тыуған ауылына, бала саҡ иленә йәнә аяҡ баҫты. Ҡасандыр йәшел хәтфә келәмдә тәгәрәп үҫеп, бала саҡ һәм йәшлек йылдарын һағынып, нигеҙҙәрен эҙләп ҡайтҡан сал сәсле инәйҙәрҙең йәшле күҙҙәрен күреп кенә лә, тыуған яҡтың тартыу көсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуына инанаһың.

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...

  • БСТ
БСТ
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд