Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙары

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙары https://bash.news/yuldash/39905_tnzil_dltbirina_shiyrary

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Бөрйән районында донъяға килгән. Шиғри ҡәләмен мәктәптә уҡығанда һынай башлап, студент йылдарынан әүҙем яҙыша. Шиғриәтенә нескә кисерештәр менән һуғарылған гражданлыҡ лирикаһы, заман заңына ауаздашлыҡ хас. Төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм газета-журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре уҡыусы күңелен ихласлығы, тәрәнлеге менән яулай. Композиторҙар тарафынан көйгә һалынған шиғырҙары байтаҡ. Драматургия һәм тәржемә өлкәһендә лә ижад итә. Тәнзилә Дәүләтбирҙина- Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.

Ғүмеренең алтын миҙгеленә етеү ҡыуанысын кисергән шағирәгә илһамлы яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙары автор уҡыуында яңғырай.

Юлдаш
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд