Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы

Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы https://bash.news/yuldash/39921_shishm_rajony_ara_yaup_auyly
14 авг, 09:20

Кесе һәм оло ватанын яратҡан һәр кем уны нисек тә булһа матурыраҡ, йәшәргә уңайлыраҡ, бөхтәрәк, күркәмерәк күрергә, шуға өлгәшергә ынтыла. Айырыуса ауылдар өсөн хас ошондай ынтылыш. Республикала бер нисә йыл элек ғәмәлгә ашырыла башлаған Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програмаһын тап ошондай илһөйәрҙәр файҙалана. Миҫалға, Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы. Клубтары туҙып, ҡайҙа йыйылып күңел асырға, концерт ҡуйырға тип баш ватҡанда, ауыл кешеләре урындағы хакимиәт менән уртаҡ фекергә килеп, ошо программа буйынса клубтарын яңыртырға ҡарар итә. Ауыл биләмәһенә ҡараған 4 ауыл – Горный, Ҡара Яҡуп, Бабик һәм һәм Яңы Абдуллала йәмғеһе 1 мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Йәйгелеген был һан ҡырҡа арта. Яҡындағы Өфөнән йәйге йорттарына килеүселәр күп. Барыһының да проблемаларын хәл итергә тырышырға кәрәк. Ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Ҡарағолов әйтеүенсә, урындағы башланғыстарға булышлыҡ программаһы артабан да дауам итәсәк . Клубтарҙан тыш та объекттар бар бит.

Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы
Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы

Юлдаш
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд