Сиктә, ләкин ситтә түгел

Сиктә, ләкин ситтә түгел https://bash.news/yuldash/39922_sikt_lkin_sitt_tgel
14 авг, 19:33

Ситтә, ләкин ситтә түгел

Сиктә, ләкин ситтә түгел
Сиктә, ләкин ситтә түгел

Рәсүл Сәғитов:

— Донъяның хужалыҡ итеүҙән генә түгел, рухи өлөштән дә торғаны билдәле, ул хатта — үҙе бер донъя. Быға иғтибар әҙҙә матди яҡтың да тулылана алмағаны яңылыҡ түгел. Шулай тигәндә милләттәр үҫеше лә күҙҙә тотола, әлбиттә. Шуға күрә лә Башҡортостан менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында килешеүҙәр төҙөлгәндә йәки яңыртылғанда, иҡтисади мәсьәләләр менән бергә, уларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү ҙә ҡарала, һәм һуңғы ваҡытта тейешле кимәлдән төшә биргән был эш хәҙер ихлас тергеҙелә. Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан ҙур делегациялар килгәнен, төрлө сараларҙа ҡатнашҡанын ошоға бер дәлил тип ҡабул ҡылайыҡ.

Ә беҙҙә тура эфирҙа — көтөп алған хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, ысын мәғәнәһендәге ҙур, мәртәбәле һөнәр эйәләре — уҡытыусылар: Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Көҙәш мәктәбенән Айҙар Хабулла улы Ишбирҙин һәм шул уҡ өлкәнең Сосновка районы Сирүси мәктәбенән Әлфиә Салауат ҡыҙы Ҡотлоғужина.

Юлдаш
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд