Ер пайҙары мәсьәләһе һәм башҡорт теленең бөгөнгө хәле

Ер пайҙары мәсьәләһе һәм башҡорт теленең бөгөнгө хәле https://bash.news/yuldash/3995_er-pajzary-meselehe-hem-bashkort-telenen-begenge-hele
22 ғин, 19:59

 
  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Комитеты етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, уның урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Румил  Тәлғәт улы  Аҙнабаев менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
Румил  Аҙнабаев: "Башҡорт халҡының  быуаттар  һуҙымында  бихисап  баш  күтәреүе  ерҙе  яҡлау-һаҡлауға  бәйле  булған. Ер мәсьәләһе  әлеге  көндә  лә  ҡатмарлы. Кем  ергә  хужа?  Уны  нисек  файҙаланырға? Нисек  законлаштырырға? Нисек  сит ҡулдарға  бирмәҫкә? Үкенескә  ҡаршы, беҙ  үҙебеҙҙең  ерҙәрҙе  юғалтабыҙ. Башҡортостандағы ауыл хужалығы  ерҙәренең  тик  1,5 проценты  ғына  республиканыҡы. Ә сәсеүлектәр пайҙарға  бүленгән. Пайҙар нисек  эшләй, уларҙы  файҙалана беләбеҙме? Шуларҙы  беҙгә  асыҡлар кәрәк.  Беҙҙең халыҡ ерҙең  ниндәй  ҙур  байлыҡ  икәнен  һаман  аңлап  бөтмәй. Ерҙе  һатырға, яттарға тотторорға  түгел, ә  ҡуртымға  бирергә  кәрәк, унан бит   килем  алып  йәшәргә  мөмкин. Ҡоролтай  ағзалары  ауылдарға  йөрөп  шуны  аңлата:  сәсеүлектәр, бесәнлектәр, көтөүлектәр, һыу  баштары, шишмәләр урындағы  үҙидаралыҡтарға  күсергә  тейеш.  Шул  осраҡта  ғына  улар  юғалмаясаҡ.Электрон  рәүештә  һәр  район еренең  документын эшләнек, хәҙер ҡайһы  ер  кемгә  ҡарағаны  асыҡ  күренә. Географик  атамалар  буйынса  ла  эш  алып  барабыҙ, уларҙы  урындағы  халыҡ  менән  иҫәпләшмәй, тарихи  ерлектән айырып  үҙгәртергә  йә  исем бирергә  ярамай.
 
Ҡоролтай Башҡарма Комитеты тарафынан 19 район һәм ҡалала 50-нән артыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы тикшерелде.  Бик  һәйбәт  эшләүсе  мәктәптәрҙе, балалар  баҡсаларын  күреп  ҡыуандыҡ. Әммә  күңелде  ҡырған, көнүҙәккә  сыҡҡан  хәлдәр  ҙә, үкенескә, етерлек,  улар  буйынса  кисекмәҫтән  эш     алып  барырға  тейешбеҙ.
Иң  насары - башҡорт  телен  мәктәптәрҙән  ҡыҫырыҡлап  сығарыу. Башҡорт мәктәптәренең  ҡайһы  берҙәрендә  башланғыс  синыфтарҙа рус телендә  уҡытыуға  күскәндәр. Ошо мәсьәләне  күтәреп  сыҡтыҡ. Мәғариф  тураһында  закон  да  боҙола  бит. Эште  ата-әсәләргә лә  ныҡлы  аңлатыу  фарыз".

Минземимущество
26 мая