Яҡшы йәмғиәт — асыҡ йәмғиәт

Яҡшы йәмғиәт — асыҡ йәмғиәт https://bash.news/yuldash/39971_yashy_jmit_asy_jmit
11 сен, 19:15-07

Яҡшы йәмғиәт — асыҡ йәмғиәт

Яҡшы йәмғиәт — асыҡ йәмғиәт
Яҡшы йәмғиәт — асыҡ йәмғиәт

Рәсүл Сәғитов:

— Журналистика тураһында һөйләшергә ниәт бөгөн, һәм бының өсөн кәмендә ике нигеҙ бар: берҙән, ошо арала республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүәселәр буйынса фекер алышыу бара, икенсенән, төп шөғөлөбөҙ был, тимәк, әйтергә бурыслыбыҙ ҙа, хоҡуҡлыбыҙ ҙа. Йәнә лә халыҡҡа иң яҡын һөнәрҙәрҙең береһе ул — мәғлүмәт, аналитика, фаразға мохтаж дәүерҙә йәшәйбеҙ һәм бөгөнгө киң мәғлүмәт сараһы кешене, кеше киң мәғлүмәт сараһын тиҙ таба. Һәм быға ыңғай ҡарау дөрөҫтөр, сөнки илдә беҙ ҡорорға теләгән камил граждандар йәмғиәтендә ана шул үҙ-ара бәйләнеш, тәрән аралашыу мөһим шарт.

Студияла Лариса Абдуллина, Рафиҡ Әхмәтшин һәм Айгөл Разамасова менән Динә Мурзинаны сәләмләйбеҙ.

Юлдаш
Минземимущество