Ҡабырсаҡтар

Ҡабырсаҡтар https://bash.news/yuldash/39975_abyrsatar
12 сен, :

Диңгеҙ ҡабырсағын ҡолаҡҡа терәп тыңлаһаң, диңгеҙ тауышы ишетелә тип әйтәләр. Ә ысынында беҙ үҙебеҙҙең ҡан йөрөшөн, тирә-яҡ тауыштарҙы ишетәбеҙ икән.Ҡабырсаҡтарҙы диңгеҙ, йылға, быуа буйҙарында осратырға була. Ҡорола ятҡан ҡабырсаҡтарҙың эстәре һәр ваҡыт буш. Улар - үлгән моллюскыларҙың өйө. Моллюскыларҙың тәне йомшаҡ ҡына, ә ҡабырсаҡ уға һаҡланыу өсөн өй булып хеҙмәт итә. Ҡабырсаҡ – моллюскының һөлдәһе лә. Моллюск уға мускулдары менән йәбешеп тора, шуға күрә бер ҡасан да өйөн ҡалдырып китмәй. Моллюск ҡабырсаҡты эзбизташтан яһай. Ә эзбизташты ул һыуҙан ала. Моллюск үҫкән һайын, ҡабырсағы ла ҙурая. Уның нисек үҫкәнен ҡабырсаҡтағы һырҙарҙан күрергә була. Шул һырҙар аша моллюскының йәшен билдәләп була.

Ҡабырсаҡтар
Ҡабырсаҡтар

Ҡабырсаҡтың эсе перламутрҙан тора. Ә перламутрҙан ынйы барлыҡҡа килә.

Беҙ бөгөн, малайҙар һәм ҡыҙҙар, Гүзәл Ситдиҡова өләсәйҙең "Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте" тигән әкиәтенән өҙөк тыңлайбыҙ.

Юлдаш
Мусафир
:, 31 окт