Архив саңы түгел, заман заңы

Архив саңы түгел, заман заңы https://bash.news/yuldash/39988_arxiv_say_tgel_zaman_zay
17 сен, 19:15-07

Архив саңы түгел, заман заңы

Архив саңы түгел, заман заңы
Архив саңы түгел, заман заңы

Рәсүл Сәғитов:

— Тар булмаһын тарих, уны мөмкинсә киң белеүебеҙ үткәндә ҡалған түгел, ә заманса шәхес икәнлегебеҙҙе раҫлар ҙа, иҫбатлар ҙа. Ғөмүмән дә нимәлер тураһында фекер белдерелгәндә тап уҙғандар, тамырҙар бирә бит ныҡлы нигеҙҙе. Йәнә лә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә ул тарих — архивтарҙа ана күпме документаль хазина һаҡлана. Быйыл, Башҡортостандың йөмһүриәт булараҡ ойошҡанына йөҙ йыл тулыу билдәләнгәндә, иғтибар күпкә көсәйҙе, әммә диҡҡәт ҡылынмаған нәмәләр ҙә байтаҡ әле. Бөгөн тап шулар тураһында һөйләшербеҙ ҙә.

Башҡортостан автономияһы тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылғас, республика сиктәрен билдәләү байтаҡ ваҡыт бара: мәҫәлән, Ырымбур губернаһы ерҙе Йылайырға тиклем алыу теләген белдерә, урманға ихтыяж менән аңлатыла был, бәғзе берәмектәр губернаға күсерелә лә, шунһыҙ анклав булып ҡалырҙар ине. Ҡайһы бер торамалар Башҡортостанға инеү ниәтен иғлан итһә лә, 1920 йылда ойошторолған Ҡырғыҙ АССР-ына ҡушыла, ә уның ҡаҙаҡ милли автономияһы, тәүге баш ҡалаһының Ырымбур булғанын беләбеҙ, артабанғы мәркәзе — Аҡ Мәсет, 1925-тә Ҡаҙаҡ АССР-ына әүерелә.

«Асыҡ студия»ның бөгөнгө сығарылышында әҙ мәғлүм һәм билдәһеҙ хәл-ваҡиғалар тураһында Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин менән әңгәмәләшәбеҙ.

Юлдаш
Курай даны
Минземимущество