Кесе һәм урта бизнес субъекттары саммиты

Кесе һәм урта бизнес субъекттары саммиты https://bash.news/yuldash/40001_kese_m_urta_biznes_subekttary_sammity
25 сен, 19:03

Башҡортостан сираттағы форум уҙғара. Хәйер, беҙҙе Конгрестар башҡалаһы тип йөрөткәс, бындай сараларға күнегеп тә бөткәнбеҙ. 2015 йылда ШОС-БРИКС саммиты барышында, беҙҙә йыл һайын ошо ойошмаларға ингән дәүләттәрҙән урта һәм кесе бизнес вәкилдәренең осрашыуын уҙғарып торорға килешелгәйне. Шунан бирле өҙөлмәй, йыл һайын үтеп килә ул Өфөлә. Кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәре саммиты алдынан Республикала бизнес торошо, халыҡ-ара бәйләнештәр, инвесторҙар менән эш, иҡтисадты күтәреү юлдары тураһында һөйләшәбеҙ. “Асыҡ студия” эксперттары - Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Үҫеш корпорпацияһы Акционерҙар йәмғиәтенең Айырым иҡтисади зоналар проекты етәксеһе Айбулат Хәйбуллин менән “Рәсәй опораһы” ойошмаһының башҡарма директоры Тимур Лоҡманов.

Юлдаш
Курай даны
Минземимущество