Көҙгө сессия тормош көҙгөһө булһын

Көҙгө сессия тормош көҙгөһө булһын https://bash.news/yuldash/40002_kg_sessiya_tormosh_kg_bulyn
26 сен, 18:15-07

Көҙгө сессия тормош көҙгөһө булһын

Көҙгө сессия тормош көҙгөһө булһын
Көҙгө сессия тормош көҙгөһө булһын

Рәсүл Сәғитов:

— Башҡортостанда ҙур парламент көнө бөгөн — Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы эшләне. Донъялағы закон сығарыу органдарында ике генә миҙгел барлығы билдәле — көҙгө һәм яҙғы, һәм бөгөнгө дөйөм сара көҙгө сессияла бергәләп тәүгә йыйылыу булды ла. Яҙғынан да бигерәк әлегеһе мөһим, сөнки бюджет ҡарала, һәм бөгөн ул беренсе уҡыуға сығарылды ла. Ҡалын документ, белгестәр генә тәрән аңларлыҡ һандар менән сыбар. Артабан өҫтәмәләр индереләсәк әле, республиканы үҫтереү буйынса сентябрь фарманы ла йоғонто яһамай ҡалмаҫ, шулай ҙа төп йөкмәткеһе хәҙерҙән асыҡ: килем өлөштө 196 миллиард ярым һумғаса, сығымды 229, 9 миллиард һумға тиклем арттырыу күҙ аллана. Йәғни, бынан алдағы күрһәткестәрҙән 8 миллиардҡа күберәк. Шуның 5,6 миллиарды республиканың үҙенән, 2,3 миллиарды — федераль үҙәктән. Өҫтәмә аҡса социаль өлкәгә, иҡтисадҡа, Юл фондын тулыландырыуға йүнәлтелә.

Депутаттар электрон тәмәке, кальян, вейп һәм башҡа тауарҙарҙы балаларға һатыуҙы тыйыу тураһында законды ла ҡабул итте бөгөн. Уны боҙған өсөн яза күпмелер арауыҡ булмаясаҡ, әммә сауҙасыларҙың әхләҡи йөҙө норманы үтәүҙән дә тора, әлбиттә, етмәһә штрафһыҙ осорҙоң тиҙ үтере, ә күҙәткене шуғаса йәмәғәтселәрҙең башҡарыры көтөлә. Депутаттарҙың береһе әлеге замана күренештәренән үҫмерҙәрҙе бының менән генә аралап булырына шик белдерҙе, йәғни, ололар ҙа алып бирергә мөмкин һәм башҡалар, әммә эштең башланғаны мөһим. Закондың беренсе уҡыуҙа яҙғы сессияла ҡаралғанын беләбеҙ.

Башҡортостанда 2197 һәүәҫкәр театр эшләй, 29 мең кеше йәлеп ителгән. 143 театр – халыҡ коллективы, 71-е өлгөлө исемен йөрөтә. Спектаклдәрҙең сифатына килгәндә, Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең күбеһе өсөн үрнәк. Үҙешмәкәр театрҙар ауыл халҡын ижади тәрбиәләү, уларҙың ялын ойоштороу проблемаһын хәл итергә ярҙам итә, шәхестең ижади үҫешенә шарттар тыуҙыра. Үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең социаль яраҡлашыуында үҙешмәкәр театрҙарҙың роле ҙур. «Театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында» законға үҙгәрештәр индереү буйынса документ ҡаралғанда ошолар белдерелде.

Артабан тапшырыуҙың әңгәмә өлөшөнә күсәбеҙ, беҙҙә ҡунаҡта — Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Юлдаш
Курай даны
Минземимущество