Риф Мифтахов

Риф Мифтахов https://bash.news/yuldash/40003_rif_miftaxov

Һөйләмәй генә эшләгән

Яҡшылыҡтарым ҡалһын,

Эҙемдә уттар янһын!

Был шиғри юлдар күренекле әҙип Риф Мифтаховтың ижадын да, кешелек сифаттарын да нарыҡлай. Риф Фәйзрахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Китап нәшриәтендә, газета-журналдарҙа эшләй, әҙәби ижадты ла киң ҡолас менән алып бара. “Өскөл хаттар” тип аталған тәүге йыйынтығы - бала саҡтары һуғыш осорона тура килеп, ғәзиз яҡындарын юғалтыу хәсрәттәрен, бүтән ауырлыҡтарҙы үҙ башынан үткәргән быуын кисерештәре ауазы. Поэтик һәм проза әҫәрҙәре уҡыусы тарафынан йылы ҡабул ителә, шиғырҙарына композиторҙар көй яҙған йырҙар популярлыҡ яулай. Әҙип - Рәшит Назаровтың ижадын төплө өйрәнеүсе, халыҡҡа еткереүсе лә. Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Риф Мифтахов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. Хәҙер эфирҙа Риф Мифтаховтың шиғырҙарын яңғыратабыҙ. Автор уҡый.

Юлдаш
«Шиғриәт минуттары» 22 09 19 Риф Мифтахов Автор укый. Ред. Ф.Мажитова
GAUGA