Дамир Шәрәфетдинов

Дамир Шәрәфетдинов https://bash.news/yuldash/40004_damir_shrfetdinov

Яҙыусы, шағир, тәржемәсе, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Дамир Шәрәфетдинов Белорет районында тыуып үҫә. Башҡорт дәүләт аграр унверситетын тамамлағас, Орел өлкәһендә алған һөнәре буйынса эшләй. Әммә тәбиғәттән бирелгән әҙәбиәткә тартылыу, шиғриәткә һөйөү тормошон ижад үҙәненә бора. Дамир Шәрәфетдинов башҡорт матбуғатында эшләй, ең һыҙғанып һәм бик емешле ижад итә. Шиғри һәм проза әҫәрҙәре, тәрән публицистикаһы уҡыусы күңеленә тиҙ юл таба. Хәҙер беҙҙең тулҡындарҙа Дамир Шәрәфетдиновтың шиғри шәлкеме яңғырай. Автор уҡый.

Юлдаш
GAUGA