Алтын көҙҙөң көмөш ҡартлығы

Алтын көҙҙөң көмөш ҡартлығы https://bash.news/yuldash/40011_altyn_k_kmsh_artlyy
01 окт, 19:04

Бөгөн – Оло йәштәгеләр көнө. Кешегә нисә йәш икәнен үҙе генә белә лә, үҙе генә нисә йәшлек булыуын әйтә ала, тиҙәр. Мәҫәлән, 40-та ла ҡартайырға, 70-тә лә елдереп йөрөргә мөмкин. Йәғни, йәшлек йәки ҡартлыҡ - тәү сиратта күңел торошо, ти психологтар. Медицина хеҙмәткәрҙәренең, әлбиттә, ҡарашы башҡа. Күпме генә йәш булырға теләһәң дә, йылдар үҙенекен итә. Әммә, алда әйтеүебеҙсә, кешенең үҙенән тора, ҡарт йәки йәш булыуында. Ошолар тураһында, оло йәштәгеләргә яҡлау тураһында бөгөнгө һөйләшеүебеҙ. "Асыҡ студия" эксперттары - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева менән Көмөш волонтер Сәмсүрә Гордеева.

Юлдаш
GAUGA