Тамырын белгән — тарих арбаһында артабан елгән

Тамырын белгән — тарих арбаһында артабан елгән https://bash.news/yuldash/40013_tamyryn_belgn_tarix_arbaynda_artaban_elgn
02 окт, 19:15-07

Рәсүл Сәғитов:

Тамырын белгән — тарих арбаһында артабан елгән
Тамырын белгән — тарих арбаһында артабан елгән

— Йәмәғәт ойошмаһы нимә ул? Рәсми телдә — кешеләрҙең уртаҡ маҡсаты нигеҙендәге дәүләттән тыш берләшмәһе. Йәмғиәт ни тиклем алға киткән, ижтимағи берекмәләр шул хәтлем ишлерәк унда. Тимәк, илдә демократия кимәле тураһында ла һығымта яһап була. Дөйөм иркенлек, иплелек, күп фекерлелек, иҡтисади етешлек бирә ошо мөмкинлекте, мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүгә, шул иҫәптән дәүләткә тәҡдимдәр менән сығыуға ла юл аса. Йәғни, был — граждандар йәмғиәтендә булырға тейешле бик һәйбәт күренеш.

1995 йылдан эшләгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — шундай ҙур ойошмаларҙың береһе, республикала ғына түгел, унан ситтә лә донъя көткән милләттәштәребеҙҙең дә төрлө яҡлап үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. Бөгөн беҙгә айырыуса Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡағылышлы бурыстары мөһим, Башҡарма комитетта ҡырҙағы ватандаштарыбыҙ менән эшләгән комиссия ла бар. Йүнәлеш ҡыҙыҡһындыра, сөнки һуңғы арала, тыңлаусыбыҙ иғтибар ҡылғандыр, ошо маҡсатта сәфәрҙәр тормошҡа ашты: Мәскәү, Владимир, Һарытау. Башҡортостандың йөмһүриәт булып ойошҡанына 100 йыл тулғаны ла сәбәп бында, ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ныҡ һүлпәнәйгән диҡҡәттең, республиканың яңы башлығы ҡушыуы буйынса көсәйгәненә шаһитбыҙ, 2024 йылғаса үҫеш стратегияһы тураһындағы фарманда ла сағылыш тапты ул — мәҫәлән, ете төбәктә республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре асыу ҡарала.

Сәфәрҙәр тураһында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев менән һөйләшәбеҙ.

Юлдаш
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд