Мостай уҡыуҙары - 2019

Мостай уҡыуҙары - 2019 https://bash.news/yuldash/40019_mostaj_uyuary_2019
08 окт, :

Быйыл М.Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләй халҡыбыҙ. Республикабыҙҙа Мостай Кәримгә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, конкурстар, флешмобтар үтә, әҙибтең әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрәлә. Шуныһы шатлыҡлы, бындай саралар республика сиктәрен үтеп, күптән инде халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Бөгөн Торатау Конгресс-Холында Башҡортостандың 100 йыллығына, М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Бында Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәүсе уҡыусыларҙың ҡатнашыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Һәм бөгөн Сорғот ҡалаһынан килеп, Мостай уҡыуҙарында ҡатнашыусы уҡыусылар уҡытыусыларыГөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова, Зөһрә Вафир ҡыҙы Мәүлетҡолова менән беҙҙең студия ҡунаҡтары.

Юлдаш
GAUGA