Халҡы һөйгән илдең генә биле ныҡ

Халҡы һөйгән илдең генә биле ныҡ https://bash.news/yuldash/40024_xaly_jgn_ilde_gen_bile_ny
10 окт, 15:15-07

Халҡы һөйгән илдең генә биле ныҡ

Халҡы һөйгән илдең генә биле ныҡ
Халҡы һөйгән илдең генә биле ныҡ

Рәсүл Сәғитов:

— Республика көнө алдындабыҙ, бөтә радио тыңлаусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, Башҡортостаныбыҙға яңы-яңы быуаттарға дәртле артылыу теләйбеҙ һәм бөгөнгө эфирҙың ошо айҡанлы һөйләшеүҙән ғибарәт булырын иғлан итәбеҙ. Бындай дәүләт байрамдарын, булған хисап арауыҡтарына өҫтәп, эшләнгәнгә әйләнеп ҡарау, анализ яһау, ҡарашты киләсәккә ташлау өсөн бер нигеҙ тип ҡабул итеү ҙә дөрөҫтөр, етмәһә быйыл саралар йөмһүриәткә рәсми ойошоуҙың 100 йыллығы әләме аҫтында үтә.

Ҡаҙаныштарҙы тура эфирҙағы түңәрәк ҡорҙа барлайбыҙ, унда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы, ғалим Ниязбай Сәлимов, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Люция Ильясова ҡатнаша.

Юлдаш
Афиши территория роста