Дзю-до түңәрәге

Дзю-до түңәрәге https://bash.news/yuldash/40025_dzyudo_trge
10 окт, :

Беҙ һәр тапшырыуҙа ата-әсәләргә балаларға түңәрәк һайлағанда хәрәкәткә ҡоролғандарына өҫтөнлөк бирһендәр ине, тип кәңәш итәбеҙ. Сөнки хәрәкәттә - бәрәкәт, ти халҡыбыҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ һәм уның атаһы ла тап шул фекерҙә. Танышайыҡ: Баязит Шәйхетдинов, Ф.Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Башҡортостан Республикаһана - 100 йыл һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы уҙғарылған "Мостай уҡыуҙары" фәнни-практик төбәк-ара конференцияһында ҡатнашып, 3-сө урын яулай. Шулай уҡ был шуҡ егетте һеҙ "Тамыр" каналының "Байтус" тапшырыуында ла күргәнегеҙ бар. Дзю-до түңәрәгендә яратып шөғөлләнә. Тыңлайыҡ уны.

Юлдаш
Афиши территория роста